Баймаҡ районы буйынса берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте ун көн эсендә 134 мөрәжәғәт ҡабул иткән. Шуларҙың 87-һе торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре менән бәйле. Йылылыҡҡа – 21, эсәр һыу менән тәьмин итеүгә – 37, канализацияға – 12, электр энергияһына бәйле һорауҙар менән 17 шылтыратыу булған. Һуңғы көндәрҙә яуып үткән ҡар был коммуналь-торлаҡ хеҙмәттәренә һынау ҡуйҙы. Баймаҡта ла, ауылдарҙа ла юлһыҙлыҡҡа бәйле шылтыратыуҙар булмаған. Ә шулай ҙа социаль селтәрҙәрҙы юлһыҙлыҡҡа ризаһыҙлыҡ белдереүселәр булды. Баймаҡ АТП-һынан хәбәр итеүҙәренсә, юл көндәрендә, ҡар күп яуып, юл булмауы сәбәпле, автобустар ауылға барып етә алмаған.
5 ғинуарҙа Ҡуянтау ауылында бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Бер кеше тракторын ремонтлаған саҡта таяуға ҡуйылған тағылма тайып китә һәм уны тракторға ҡуша ҡыҫа. Һөҙөмтәлә тракторсы урында һәләк була.
8 ғинуарҙа 2015 йылғы бер бала ҡулына фонарҙан ысҡынған пластик балдаҡты кейә һәм ысҡындыра алмай. Уға ваҡытында ярҙам күрһәтелә.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.