Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
11 Ғинуар 2021, 17:10

Боҙға барып сәнселгән...

4 ғинуарҙа Баймаҡ ҡалаһында бер машина, боҙҙо ярып, Таналыҡ йылғаһына төшөп китә

4 ғинуарҙа Баймаҡ ҡалаһында бер машина, боҙҙо ярып, Таналыҡ йылғаһына төшөп китә. Зыян күреүселәр юҡ.

7 ғинуарҙа Баймаҡ – Юлдыбай трассаһында (Ишмырҙа ауылынан 15 км) “Волга” һәм ВАЗ-2107 автомобилдәре алда барған Рено-Логан машинаһының юлын киҫә. Һөҙөмтәлә ул юлдан ситкә барып оса һәм әйләнеп ята. Автомобилдә булған Сәйғәфәр ауылының өс кешеһе лә Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһына оҙатыла. Ә инде юл-транспорт ваҡиғаһына сәбәпсе булған ике машина водителдәре лә урындан ҡаса.

10 ғинуарҙа Баймаҡ – Юлдыбай трассаһында 3 машина бәрелешә. Ҡотҡарыусыларға ҡайһы бер зыян күреүселәрҙе автомобиль салондарын ҡырҡып сығарырға тура килә. Һөҙөмтәлә төрлө тән йәрәхәттәре алған 7 кеше дауаханаға оҙатылған.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.

Читайте нас: