Һаҡмар
+9 °С
Облачно
Антитеррор
Хоҡуҡ һаҡлау
11 Января 2021, 12:05

6 ат юғалған, 2-һенең һөлдәһе табылған...

Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса эске эштәр бүлегенең дежур-диспетчер хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, уҙған аҙнала районда 231 хәл-ваҡиға булған, шуның 12-һе криминаль характерға эйә.

Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса эске эштәр бүлегенең дежур-диспетчер хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, уҙған аҙнала районда 231 хәл-ваҡиға булған, шуның 12-һе криминаль характерға эйә. Туҡмау – 5, үлтереү менән янау – 4, урлыҡ - 2, кеше мөлкәтен боҙоу осраҡтары бар. Монасип ауылында 6 ат юғала. 2-һенең һөлдәһе табылған. Рөхсәтһеҙ алкоголь һатҡан 11 кешегә ҡарата административ протокол төҙөлгән. “Бәйләнештә” социаль селтәр аша мутлашыу осрағы теркәлгән. Баймаҡ – Сибай юлында бер автомобиль янған.

ЮХХДИ инспекторҙары тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған 289 осраҡ теркәлгән. 21 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Иҫерек килеш руль артына ултырған 18 водитель тотолған.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.

Читайте нас