Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
6 Ғинуар 2021, 17:55

13 баш һыйыр һәм 6 һарыҡ янған!

Ут төнгө сәғәт 3-тә сыҡҡан.

13 баш һыйыр һәм 6 һарыҡ янған!
Уҙған төндә Әбйәлил районында тағы ла бер фажиғә теркәлгән. Төнгө сәғәт 3-тә бер шәхси хужалыҡтың кәртә-ҡураһында янғын сыға. Янғын һүндереүселәр көсө менән 1,5 сәғәт ярымдан һуң ғына 150 квадрат метр майҙанды биләгән ут һүндерелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 13 баш һыйыр малы һәм 6 һарыҡ янғын эсендә һәләк була.
Янғын сығыу сәбәптәре асыҡлана. Тикшереү эше башланған.
Һыуыҡ көндәр башланыу менән янғын хәүефе лә артты. Барлыҡ һаҡланыу сараларын теүәл күҙәтергә һәм янғын хәүефһеҙлеген теүәл үтәргә саҡырабыҙ!
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.
Читайте нас: