Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
21 Декабрь 2020, 17:50

10 иҫерек водитель юлға сыҡҡан!

Баймаҡ ҡалаһының Островский урамында һәм Семеновск ауылында йәйәүлеләрҙе тапатыу факттары теркәлгән.

Баймаҡ районы буйынса эске эштәр бүлегенең дежур хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уҙған аҙнала 158 хәл-ваҡиға теркәлгән, шуларҙың 13-ө криминаль характерға эйә. Кеше туҡмау (4), урлыҡ (3), үлтереү менән янау осраҡтары бар. Семеновск ауылында һәм Баймаҡ ҡалаһының Островский урамында йәйәүлеләрҙе тапатыу факттары теркәлгән. Казанка ауылынан 1983 йылғы егет хәбәрһеҙ юғалған. Мәшғүллек үҙәгенән бер кешенең законһыҙ рәүештә эшһеҙлек буйынса пособия алыу осрағы асыҡланған. Ишмөхәмәт һәм Богачево ауылдары араһында ат һөлдәһе ҡалдыҡтары табылған.
ЮХХДИ инспекторҙары тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған 189 осраҡ теркәлгән. Иҫерек килеш руль артына ултырған 10 водитель тотолған. Бер аҙнала 15 юл-транспорт ваҡиғаһы булған.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.
Читайте нас в