Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
15 Декабрь 2020, 11:15

473 090 һум аҡсаһынан “ҡолаҡ” ҡаҡҡан

Баймаҡ кешеһе мутлашыусыларҙың тоҙағына эләккән.

Баймаҡ районы буйынса эске эштәр бүлегенең дежур хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уҙған аҙнала 167 хәл-ваҡиға теркәлгән, шуларҙың 10-һы криминаль характерға эйә. Кеше туҡмау (3), урлыҡ (2) осраҡтары бар. Баймаҡ ҡалаһында рөхсәтһеҙ иҫерткес эсемлек һатҡан ике кеше “эләккән”. 1953 йылғы бер ир кеше хәбәрһеҙ юғалған. “ХTREID” брокер платформаһында теркәлгәндән һуң бер кеше картаһындағы 473090 һум аҡсаһынан “ҡолаҡ” ҡаға. Тағы ла бер ҡатын мәшғүллек үҙәгенән законһыҙ рәүештә пособие алған. Урамда рөхсәтһеҙ шыршы һатыу менән шөғөлләнгән бер ир “тотолған”. Буранбай ауылында 13 баш йылҡы юғалған. Улар табылған. Ләкин ҡараусыһыҙ йөрөткәне өсөн хужаһына административ эш асылған.
ЮХХДИ инспекторҙары тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған 186 осраҡ теркәлгән. Иҫерек килеш руль артына ултырған 11 водитель тотолған. Бер аҙнала 18 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Баймаҡ – Сибай трассаһында булған аварияла ике кеше тән йәрәхәттәре ала.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.
Читайте нас: