Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
7 Декабрь 2020, 21:20

Асарбаҡты йәлләп, өйөнә индергән һәм ...

үлемен тапҡан.

Мәләүез ҡалаһындағы бер фатирҙа 47 йәшлек ҡатындың үле кәүҙәһе табылған. Тикшереү барышында, уның бер асарбаҡ ҡатынды йәлләп, үҙенә йәшәргә индергән булыуы асыҡланған. Хоҡуҡ һаҡсылары тиҙ арала енәйәтсенең кемлеген асыҡлаған. Ул - 48 йәшлек асарбаҡ булып сыҡҡан.
Тәфтишселәрҙең тәү тикшереү һөҙөмтәһе буйынса биргән мәғлүмәттәренә ҡарағанда, асарбаҡ ҡатын зыян күреүсенең фатирында ике аҙна тирәһе йәшәгән булған. 2 декабрҙә табын ҡорғандар. Хужабикә “ҡунағына” дәғүәләрен белдергән. Ә уныһы “һүҙ күтәрә алмай”, бысаҡ алып, үҙен ҡанат аҫтына алып йәшәтеүсеһенең күкрәгенә сәнскән. Һуңынан бысаҡтан ҡотолоп, енәйәт урынынан ҡасҡан. Бөгөн ул һаҡ аҫтына алынған. Тәфтишселәр уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатҡан, тип хәбәр итәләр БР буйынса Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте.
Фото: БР буйынса Тәфтиш комитетының сайтынан алынды.
Читайте нас: