Һаҡмар
+2 °С
Облачно
Антитеррор
Хоҡуҡ һаҡлау
25 Ноября 2020, 20:20
"Аҡ үлем" һатыусылар тотолдо
Улар Баймаҡҡа юлланғанмы? Кемдең ғүмерен ҡыйыр өсөн тәғәйенләнгән булған был наркотик матдә?
Добавить в предпочтительные источники Google
ЮХХДИ инспекторҙары Иҫке Собханғол – Темәс трассаһының 20-се километрында “Лада Нива” автомобилен туҡтата. Уның менән Свердлов өлкәһенең 29 йәшлек бер ир-егете идара иткән була. Водитель һәм уның пассажиры - 36 йәшлек урындағы төбәк кешеһе үҙҙәрен бик шикле тота. Был, әлбиттә, ЮХХДИ инспекторҙарының үткер ҡарашынан иғтибарһыҙ ҡалмай. Уларҙың икеһе лә һорауҙарға аныҡ яуап бирә алмай ыҙалай, икеләнеү күрһәтәләр. Водителдең машина менән идара итеүгә хоҡуғы ла булмай сыға. Алкоголле эсемлек ҡулланыуы һиҙелмәй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул иҫерткес эсемлеккә һәм наркотик ҡулланыу-ҡулланмауҙы асыҡлау өсөн медицина күҙәтеүен үтеүгә ҡырҡа баш тарта.
Тикшереү барышында водителдең машина менән идара итеү таныҡлығынан мәхрүм ителгән булыуы ла асыҡлана. Автомобилде ҡараған ваҡытта шикле үҫемлек менән ике пакет табыла. Экспертиза һөҙөмтәһе буйынса уның ҡырағай киндер булыуы асыҡлана. Шулай итеп 800 грамм наркотик матдә тартып алынды. Улар кемдең ғүмерен ҡыйыр өсөн тәғәйенләнгән булған икән?
Урынға шунда уҡ тикшереү-оператив төркөм саҡырыла. Артабан тикшереү эштәре алып барыу өсөн водитель дә, пассажир ҙа полиция бүлегенә оҙатыла.
Читайте нас
MAX
telegram
вк
дзен
ок
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"