Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
19 Ноябрь 2020, 21:35

Шулайтып та аҡса урлайҙар!

Мутлашыусылар банкоматтан да аҡса урлай башлаған. Һаҡ булығыҙ! Был хаҡта барыһын да иҫкәртегеҙ!

Г.Вәлитова, Баймаҡ ҡалаһы: “Ҡайһы ваҡыт банкоматҡа карта ҡуйыр алдынан, бер ниндәй операция эшләмәһәң дә, экранда “карта ҡуйығыҙ, пин-код яҙығыҙ” тигән яҙыуҙы осратаһың. Быны мутлашыусыларҙың яңы аҡса урлау юлы, тиҙәр. Дөрөҫмө? Аңлатма бирһәгеҙ ине”.
Наил Булатов, Баймаҡ районы буйынса эске эштәр бүлегенең енәйәт эштәре буйынса бүлек начальнигы урынбаҫары:
- Мутлашыусылар ҙа йоҡламай. Бер-бер артлы хәйләләрен уйлап сығарып ҡына торалар. Дөрөҫ шикләнәһегеҙ, был да мутлашыусыларҙың хәйләһе. Улар банкоматҡа карта ҡуймай ғына үҙенең иҫәбенә йәки телефонына аҡса һалырға, тигән операцияға баҫа. Экранда “Карта ҡуйырға” йәки “Пин-код яҙырға” тигән яҙыу сыға. Мутлашыусы тап ошонда бер кнопкаға ла баҫмай, ситкә китә, йәғни, ҡаса. Киләһе клиент банкоматтағы яҙыуҙы күреп, үҙе лә һиҙмәҫтән, картаһын ҡуйырға ашыға һәм... аҡсаһынан “ҡолаҡ” ҡаға. Ул иҫенә килеп өлгөргәнсе, аҡса сит кешенең картаһына күсә. Мутлашыусы өсөн был осраҡта 90 секунд та етә.
Шуның өсөн граждандарҙы тағы ла бер тапҡыр иҫкәртеп, банк картаһы менән эш иткәндә һаҡ булырға саҡырам. Банкоматҡа картағыҙҙы ҡуйыр алдынан, ашыҡмай экрандағы яҙыуҙы уҡығыҙ. Страховкаланыу өсөн “Отмена” кнопкаһына бер нисә тапҡыр баҫып алығыҙ һәм шунан һуң ғына картағыҙҙы ҡуйығыҙ. Тирә-яҡҡа ҡарарға онотмағыҙ, шикле әҙәм күренмәйме? Пин-код йыйғанда эргәгеҙҙә сит кешенең булмауына инанығыҙ.
Лилиә ТАКАЕВА әҙерләне.
Фото интернеттан алынды.
Читайте нас: