Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
18 Ноябрь 2020, 23:02

Ундан ашыу кешене ҡоллоҡтан ҡотҡарғандар!

Улар әллә ҡайҙа ла түгел, беҙҙең Башҡортостанда булған.

10-дан ашыу кеше ҡоллоҡтан ҡотҡарылған.
Улар әллә ҡайҙа ла түгел, беҙҙең Башҡортостанда булған!
Ошо көндәрҙә махсус тәғәйенләнештәге отряд реабилитация үҙәгендә ҡоллоҡта булған пациенттарҙы азат иткән.
Ҡырмыҫҡалыла урынлашҡан алкоголгә һәм наркотиктарға бәйлелектән дауаланыу үҙәгендә 10-дан ашыу кеше көсләп тотолған. Уларҙы урлағандар һәм көсләп тотҡандар.
Билдәле булыуынса, бүлмәләр тулыһынса изоляциялланған. Йоҙаҡтар эленгән, тәҙрәләргә металл рәшәткәләр ҡуйылған. Тотҡондарҙың ҡулдарына бығау һалғандар. Пациенттарҙы туҡмағандар, туғандарына һәм яҡындарына шылтыратырға ла рөхсәт булмаған. Клиенттарҙың туғандары бер нәмә лә белмәгән. Күрешеү ҙә тыйылған. «Дауаланыу» өсөн айына 25-35 мең һум түләп торғандар.
Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ғәйепләнеүселәр араһында республиканың 31 йәштән 48 йәшкә тиклемге алты ир-егет тә бар. Уларҙың фатирҙарында һәм өйҙәрендә тентеү үткәрелгән.
Фото интернеттан алынды.
Читайте нас: