Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
15 Ноябрь 2020, 21:23

Күршең наркоман түгелме?

Баймаҡҡа наркотик башлыса Магнитогорск ҡалаһынан индерелә.

Күршең наркоман түгелме?
йәки, балаңды һин тәрбиәләмәһәң - урам тәрбиәләйәсәк!
Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәйҙә йыл һайын яҡынса 90 мең кеше наркоман булып китә. Шуның 70 проценты - балалар һәм үҫмерҙәр. Нисек кенә теләмәйек, “аҡ үлем” Баймаҡҡа ла килеп етте. Эске эштәр бүлегенең дежур хеҙмәтенән аҙна һайын алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, наркотик һатыусылар ҙа, уны ҡулланыусылар ҙа эләгеп тора. “Аҡ үлем” һатыуға нимә мәжбүр итә уларҙы? Ә ни өсөн наркотик ҡулланалар? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләп, беҙ Рәсәй эске эштәр министрлығының Баймаҡ районы буйынса бүлектең енәйәт эштәре буйынса бүлексә начальнигы урынбаҫары Наил Булатовҡа мөрәжәғәт иттек.
- Наил Хәлил улы, ҡасандыр беҙҙең төбәк өсөн ят булып һаналған наркомания ла Баймаҡҡа үтеп инде...
- Ысынлап та, наркомания беҙҙең районда юҡ, тиһәк тә, уның менән һатыу итеүселәр ҙә, ҡулланыусылар ҙа осрап тора. Йыл башынан ошо тәңгәлдә 21 протокол төҙөлгән, шуларҙың 16-һы наркотик ҡулланыусыларға. Шул иҫәптән 15 енәйәт эше теркәлгән. Шуларҙың 6-һы наркотик һатыу иткән өсөн. Былтырғы күрһәткес менән сағыштырғанда был 1 осраҡҡа күберәк. Иҫәптә 16 кеше тора. Уҙған йыл менән сағыштырғанда, был 5 осраҡҡа кәмерәк.
- Улар араһында бәлиғ булмағандар бармы?
- Быйыл юҡ. Ә бына былтыр бер үҫмер бар ине. Уның менән етди аңлатыу эштәре алып барылды. Ҡыуанысҡа күрә, беҙ уны “аҡ үлем”дән йолоп ҡалыуға өлгәштек. Бөгөн наркотик ҡулланмай. Әйтергә кәрәк, үҙенең был насар ҡылығы өсөн ныҡ үкенә. Иҫәптән алынһа ла, уны күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ.
Ә бынга токсикомания менән шаярыусылар ҙа бар. Айырыуса балалар араһында, иҫәптә 2 үҫмер тора. Токсикомания ла наркомания кеүек үлемгә килтереүен аңлап бөтмәйҙәр.
- Наркоманияны профилактикалау буйынса ниндәй эштәр алып барыла?
- Йыл башынан 38 профилактик сара үтте. Уларға 814 кеше йәлеп ителгән. 115 кеше медицина тикшереүе уҙған. 4 кешегә ҡарата, тикшереү үтеүҙән баш тартҡаны өсөн, протокол төҙөлгән.
- Бөгөн республикала “Мәк” операцияһы бара. Һөҙөмтәләр бармы?
- Был операция даими ойошторола. Йыл башынан 6 тапҡыр үткән. Һөҙөмтәләр бар, әлбиттә. Уның ярҙамында наркотик һатҡан һәм һаҡлаған 4 кеше тотолдо. 220 грамм наркотик матдә булған һәм 16 грамм синтетик наркотик тартып алынды.
- Баймаҡҡа наркотиктар ҡайҙан килә?
- Сит райондарҙан. Башлыса Магнитогорск ҡалаһынан индерелә. Күптән түгел Баймаҡ ҡалаһының Халтурин урамында бер ир кешенән 10 грамм наркотик тартып алынды. Әйтергә кәрәк, наркотик һатҡан нөктәләрҙең бөтәһен дә беләбеҙ, тиһәк тә, уларҙы асыҡлап бөтөү мөмкин түгел. Шунлыҡтан әгәр ҙә “аҡ үлем” менән һатыу итеүселәрҙе, уларҙы ҡулланыусыларҙы беләһегеҙ икән, беҙгә мөрәжәғәт итеүегеҙ һорала. Анонимлыҡ һаҡлана.
- Интернет аша наркотик һатып алыусылар бармы?
- Енәйәтселәр ҙә заманына күрә яраҡлаша. Ҡайһы берәүҙәр үҙҙәренең “эшмәкәрлеген” шулай ситтән тороп ойоштора. Быйыл ғына ла интернет аша “аҡ үлем” һатыу иткән 28 сайтты ябыуға өлгәштек.
- Кешенең наркотик ҡулланамы, юҡмы икәнен нисек билдәләргә?
- Уның өсөн бер ниндәй ҙә эксперт булырға кәрәкмәй. Наркотик ҡулланған кешеләрҙең күҙ алмалары йә ныҡ ҙурайған, йә киреһенсә, ныҡ бәләкәсәйгән була. Ҡулдары ҡалтырай, беләктәре, энә ҡаҙауҙан, тишкеләнеп бөткән. Йөҙҙәре ап-аҡ, даими сөскөрәләр, мыршылдайҙар. Йоҡоһоҙлоҡтан туҡтауһыҙ иҫнәйҙәр. Әгәр ҙә берәй яҡындарығыҙҙа, таныштарығыҙҙа ошондай һыҙаттар күҙәтһәгеҙ, хәлгә тиҙерәк асыҡлыҡ индерергә тырышығыҙ.
- Наркомандар нисә йыл йәшәй?
- Наркотик ул - кешенең мейеһен, психикаһын емерә торған ағыу. Мейе эшмәкәрлеге боҙола, нервы системаһы, шуның менән кешенең эске органдары ла сафтан сыға. Кокаинды һәм ҡайһы бер башҡа наркотиктарҙы ҡулланыусылар 4 йылдан да артыҡ йәшәмәй. Ә инде морфин ҡулланыусылар 2-3 айҙан уҡ аҡыл эшмәкәрлеген юғалта. Наркотиктарға бәйлелектәре барлыҡҡа килгән ҡайһы берәүҙәр тәүге йылда уҡ үҙ-үҙенә ҡул һала. Өҫтәүенә, наркомандар йыш ҡына енәйәтсегә әйләнә. Ағыу һатып алыу өсөн ҙур суммала аҡса талап ителә. Шунлыҡтан улар әкренләп быға тиклемге булған бар тормошон үҙгәртеп, енәйәт юлына баҫа. Һөҙөмтәлә әкренлә эш урынын, дуҫтарын, ғаиләһен, яҡындарын юғалталар.
- Наил Хәлил улы, ә нимә ул спайс?
- Спайс ул – синтетик матдәләр, энтеогендар булған ҡатнаш үләндәрҙән әҙерләнгән тәмәке. Уны ҡулланған кеше үҙен бик сәйер тота. Буштан-бушҡа туҡтай алмай шарҡылдап көлә, даими йүткерә. Күҙенең ағы ҡыҙара. Тотлоғоп һөйләшә. Йөрөүе, хәрәкәтләнеүе боҙола. Ауыҙы кипкәнлектән даими һыу эсә.
- Спайс та наркотик һымаҡ бәйлелек тыуҙырамы?
- Спайс - юғары һәм көслө тәьҫир итеүсе наркотиктың бер төрө. Артыҡ күп ҡулланыуҙан кешенең үлеүе ихтимал. Ул эпилепсияға килтерә. Спайстарҙы ҡулланыу галлюцинация тыуҙыра. Шунлыҡтан уның трагик эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Уны ҡулланған кешелә машина аҫтына ташланыу, бейектән һикереү кеүек теләктәр уяна. Үҫмерҙәрҙә спайсҡа ҡарата психик бәйлелек өлкән кешеләрҙекенә ҡарағанда тиҙерәк барлыҡҡа килә. Тиҙ ҡыҙып барыусан булалар, күҙҙәре ҡыҙара, ҡоҫҡолары килә, фекерләү ҡеүәһе, интеллект юғала.
- Баймаҡта спайс һатыламы? Ғөмүмән, беҙҙә был тәңгәлдә иҫәптә торғандар бармы?
- Быға ҡәҙәр спайс һатылды. Хәҙер юҡ. Йәшертен һатҡан нөктәләр хаҡында граждандар хәбәр итеп тора. Уларға ҡарата шунда уҡ сара күрелә. Ә инде иҫәптә 7 кеше тора, улар 18-25 йәшлек граждандар.
- Баймаҡ ҡалаһындағы автобус туҡталыштарында, ҡоймаларҙа наркотик, спайс һатыусыларҙың адрестары яҙылған “белдереүҙәр” осрай торғайны...
- Эйе, улар булды. Ләкин хәҙер юҡ. Район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитет белгестәре, ирекмәндәр менән берлектә уларҙы юҡ иттек.
- Наил Хәлил улы, һүҙ аҙағында нимә әйтергә теләр инегеҙ?
- Кемдәр наркотик һата? Кеше һаулығында, ғүмерендә аҡса эшләп байырға тырышыусылар. Ә кемдәр наркоман булып китә? Тормошта үҙ-үҙен юғалтыусылар. Ҡайһы бер осраҡта компания өсөн, шаярып ҡына ла уларҙы ҡулдарына алыусылар осрай. Һуңынан наркоман булып киткәндәрен үҙҙәре лә һиҙмәй ҡала. Шунлыҡтан бигерәк тә балаларҙы ҡурсаларға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алыр инем. Уларҙы яратығыҙ, һөйләшегеҙ, аралашығыҙ. Нисек ваҡыт уҙғарғанын даими иғтибарҙа тотоғоҙ. Интернет селтәрендә нимә ҡарай икәнлеген дә белешегеҙ. Кире осраҡта, балалар урам тәрбиәһенә ылығасаҡ. Ә инде унда “аҡ үлем” менән һатыу итеүселәр уларҙы ҡарауыллап ҡына тора.
Лилиә ТАКАЕВА әңгәмәләште.
Фото интернеттан алынды.
Читайте нас: