Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
13 Ноябрь 2020, 02:20

Сектант әсә суд алдына баҫты

Туғыҙ йәшлек малайҙың үлемендә ғәйепле һаналған сектанттың енәйәт эшен судҡа тапшырғандар.

Туғыҙ йәшлек малайҙың үлемендә ғәйепле һаналған сектанттың енәйәт эшен судҡа тапшырғандар.
Свердловск өлкәһе прокуратураһы Өфөлә "Иисус Христос уҡыусылары" исеме аҫтында секта ойошторған Земфира Ғәйнуллинаның енәйәт эшен судҡа ҡарауға ебәргән. Ҡатын бер юлы бер нисә статья буйынса ғәйепләнә: кеше һаулығына күрәләтә ауыр зыян килтереү, бәлиғ булмағанды язаларға ҡотортоу, баланы тәрбиәләү буйынса бурыстарҙы үтәмәү, бәләкәй баланы аяуһыҙлыҡ менән үлтереүҙә ҡатнашыу, рәсми документтарҙы юҡ итергә ҡотортоу, Аллаға ышанғандарҙың дини хис-тойғоһон мыҫҡыл итеү. Был турала ведомствонан бөгөн, 12 ноябрҙә, хәбәр иттеләр.
Ғәйнуллина сектант ата-әсәләргә, балалары ошо ойошма ҡағиҙәләрен боҙһа, уларҙы туҡмарға ҡуша. 2017 йылдың декабрендә бында Екатеринбургтан Иван Казанцев йәлеп ителә. Ир үҙенең 7 һәм 12 йәшлек малайҙарын һәр ваҡыт туҡмап тота. Ике йылдан 9 йәше тулған бәләкәй улын туҡмап үлтереп, кәүҙәһен урманға йәшереп күмеп ҡуя. Свердловск өлкәһе прокуратураһы мәғлүмәтенсә, Казанцевтың енәйәт эше лә судҡа тапшырылған. Күҙәтеү органы ирҙе мәжбүри рәүештә психиатрик дауаханаға ебәреүҙе талап итә.
Комплекслы стационар суд психологик-психиатрик экспертизаһы һөҙөмтәһе буйынса, ҡатындың, шулай уҡ ойошмалағы тағы ике кешенең хроник психик сирле булғаны асыҡланған. Мәжбүри медицина саралары күреү маҡсатында, уларҙың енәйәт эше материалдары судҡа йүнәлтелгән.

Фото: tksmi.ru
"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас: