Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
10 Ноябрь 2020, 10:51

10 ноябрь - РФ Эске эштәр органы хеҙмәткәрҙәре көнө

Донъялар имен торһон!Бөгөн Эске эштәр органы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Тарихҡа әйләнеп ҡайтһаҡ, ул 1715 йылға барып тоташа. Петр Беренсе Рәсәйҙә йәмәғәт тәртибен һаҡлау хеҙмәтен булдыра. Шул дәүерҙә патруль-пост, оператив, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге кеүек бүлексәләрҙе үҙ эсенә алған орган барлыҡҡа килә. Уларға халыҡтың именлеген һаҡлау бурысы йөкмәтелә. Һөнәри байрамдары уңайы менән беҙ Баймаҡ районы буйынса эске эштәр бүлеге начальнигы, полиция подполковнигы Рәшит Насыров менән әңгәмәләштек.

10 ноябрь – РФ Эске эштәр органы хеҙмәткәрҙәре көнө
Донъялар имен торһон!
Бөгөн Эске эштәр органы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Тарихҡа әйләнеп ҡайтһаҡ, ул 1715 йылға барып тоташа. Петр Беренсе Рәсәйҙә йәмәғәт тәртибен һаҡлау хеҙмәтен булдыра. Шул дәүерҙә патруль-пост, оператив, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге кеүек бүлексәләрҙе үҙ эсенә алған орган барлыҡҡа килә. Уларға халыҡтың именлеген һаҡлау бурысы йөкмәтелә. Һөнәри байрамдары уңайы менән беҙ Баймаҡ районы буйынса эске эштәр бүлеге начальнигы, полиция подполковнигы Рәшит Дамир улы Насыров менән әңгәмәләштек.
- Рәшит Дамир улы, полиция хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын ниндәй күрһәткестәр менән ҡаршылай?
- Полиция хеҙмәткәрҙәренә халыҡ ғүмерен һәм именлеген һаҡлау, енәйәт һәм урлыҡ, көсләү, урлыҡ кеүек хоҡуҡ боҙоуҙарҙы булдырмау, профилактик саралар алып барыу кеүек бурыстар һалынған. Шуларҙы иҫәпкә алып, ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса күрһәткестәрҙе яҡшыртыуға өлгәштек. Улар артында, әлбиттә, полиция хеҙмәткәрҙәренең генә түгел, ә бөтә хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә тәүлек әйләнәһенә алып барылған тынғыһыҙ хеҙмәт ята. Кеше һаулығына ауыр зыян килтереү, үлтереү, бөтә төр урлыҡ буйынса енәйәттәрҙе асыҡлау күрһәткестәрен яҡшырҙы.
Иҡтисади йүнәлештә енәйәт ҡылыусыларҙы асыҡлау, уларҙың ғәйебен дәлилләү буйынса ҙур саралар алып барыла. Уҙған йыл менән сағыштырғанда, был тәңгәлдәге енәйәтте асыҡлау 50 процентҡа артты.
- Баймаҡтарҙы йыл да мал урлау мәсьәләһе борсой. Быйыл хәл-торош нисек?
- Мал ҡараҡтары фәҡәт Баймаҡ районы биләмәһендә йылҡы һәм һыйырҙарҙың иректә, көтөүһеҙ йөрөүө хаҡында яҡшы хәбәрҙар. Халыҡ араһында етди аңлатыу эштәре алып барыла һәм ул үҙенең һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренең эске эштәр бүлеге менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Быйыл күпләп мал юғалыу осраҡтары теркәлмәне. Ләкин уҙған аҙнала Татлыбай ауыл биләмәһендә иректә йөрөгән 8 баш һыйыр малы юҡ булды. Уның буйынса эҙләү эше алып барыла.
- Рәшит Дамир улы, шул уҡ ваҡытта мутлашыу осраҡтары арта...
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә халыҡ кешегә ышанып барыусан. Матур итеп мөрәжәғәт итеүселәргә күңелен асып һалырға әҙер булғандар бар. Мутлашыусылар яҡшы психолог та. Улар үҙҙәрен банк йәки дәүләт учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре итеп танытып, граждандарҙың банк картаһы буйынса мәғлүмәттәрҙе алырға, йәки өйҙәренә барып инеп, һуңғы аҡсаларына тиклем урлау, талап алыу һәләтенә эйә. Күп осраҡта мутлашыу алыҫта тороп ҡылына. Шунлыҡтан енәйәтселәрҙең эҙенә төшөү ауырлыҡ тыуҙыра.
- Баймаҡ районы буйынса эске эштәр бүлегендә нисә кеше хеҙмәт итә?
- Һуңғы йылдарҙа дәүләт хеҙмәте күрһәткән учреждениеларҙы берләштереү бара. Шул уңайҙан миграция бүлеге лә эске эштәр министрлығы ҡарамағына тапшырылды. Һөҙөмтәлә бурыстар ҙа артты. Бөгөн беҙҙең рәттәрҙе 150 кеше тулыландыра. Айырым ҡайһы бер бүлектәргә туҡтап, миграция бүлеге артында күҙгә күренмәгән ҙур хеҙмәт ята, тип әйтер инем. Был тармаҡ инспекторҙарына Рәсәй һәм сит ил паспорттарын биреү, халыҡтың миграцияһын теркәү кеүек бурыстар йөкмәтелгән. Йәмәғәт тәртибен һаҡлау бүлексәһе именлек өсөн яуап бирә. Участка уполномоченныйҙары халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Улар үҙ биләмәһендәге һәр бер граждан тураһында тулы мәғлүмәт бирә ала.
Өҫтәп китергә кәрәк, бөгөн бөтә хеҙмәткәрҙәр ҙә планшеттар менән тәьмин ителгән. Улар килеп тыуған сетерекле хәл-ваҡиғаларға урында уҡ асыҡлыҡ индерергә, талап ителгән кеше тураһында мәғлүмәт тупларға мөмкинлек бирә. Шулай уҡ бүлектең матди-техник базаһын нығытыу маҡсатында, быйыл ике автомобиль бүленде.
- Ниндәй ауыл биләмәһендә күберәк хоҡуҡ боҙоуҙар, енәйәт ҡылыу осраҡтары теркәлә?
- Беренсе урынды Баймаҡ ҡалаһы биләй. Артабан Темәс һәм Сибай ауыл биләмәләре килә. Был, аңлашыла ла. Халҡы күп булған урындарҙа яҡшы һәм кире күрһәткестәр ҙә ҙур.
- Рәшит Дамир улы, уҙған аҙна хәл-ваҡиғаларына йомғаҡ яһағанда, иҫерткес эсемлек эсеп, руль артына ултырған водителдәрҙең күп булыуы ғәжәпләндерә...
- Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һуңғы 3 йылда авариялар һанының артыуы күҙәтелә. Был бигерәк тә аяныслы хәл. Ҡайһы берәүҙәрҙе 30 мең һум штраф та, водитель таныҡлығынан мәхрүм итеү ҙә ҡурҡытмай. Ҡайтанан эсеп тотолған водителдәргә ҡарата штраф күләме 60 мең һумға тиклем арта, өҫтәүенә иркенән мәхрүм итеү ҡаралған. Ҡала һәм район эсендәге, шул уҡ ваҡытта республика әһәмиәтендәге юлдарҙың хәл-торошо ЮХХДИ-ның 6 инспекторының күҙәтеүе аҫтыны алынған. Бында, әлбиттә, юлдарға ҡуйылған фото-видеофиксация камералары ла ярҙамға килә. Бөтә енәйәттәр башында эскелек тора.
- Рөхсәтһеҙ алкоголь менән һатыу итеүселәргә ҡарата ниндәй саралар күрелә?
- Законһыҙ рәүештә сит яҡтарҙан индерелгән спирт, араҡы менән һатыу итеүселәрҙе эҙәрлекләү, асыҡлау, уларҙы язаға тарттырыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Был тәңгәлдә “эшҡыуарлыҡ” алып барыусылар ҡасан да бер көн килеп тотола һәм уларға ҡарата тәүҙә административ, әгәр унда ла туҡтамаһалар енәйәт эше асыла. Бынан тәү сиратта, әлбиттә, балалар зыян күрә. Амораль тормош алып барған, эскән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар киләсәктә кем булып үҫер? Беҙҙе шул хәүефләндерә. Бөгөн балиғ булмағандар эше буйынса бүлексәлә 150-нән ашыу бала һәм 50 ата-әсә иҫәптә тора. 16 үҫмерҙең енәйәт юлына баҫыуы асыҡланды. Бында беҙҙең, ололарҙың, ғәйебе ҙур. Тимәк, ҡайҙалыр уларҙы күҙ уңынан ысҡындырғанбыҙ.
- Наркотик менән һатыу итеүселәр ҙә осрай...
- Ошо көндәрҙә федераль эҙләүҙә булған бер енәйәтсе беҙҙең тарафтарға килеп, наркотик һатыу менән шөғөлләнгән. Оператив эш итеү һөҙөмтәһендә, ул енәйәт өҫтөндә тотолдо. Ғәйебен тулыһынса таныны. Бөгөн тикшереү эштәре алып барыла. Ғөмүмән, наркотик буйынса профилак саралар ҡалала һәм районда даими ойошторола.
- Рәшит Дамир улы, һеҙҙең хеҙмәткәрҙәргә ҡыҙыу нөктәләргә лә оҙайлы командировкаларға барырға тура килә...
- Быны беҙ халыҡ именлеген һаҡлау буйынса ҡуйылған бурыстарҙың береһе, тип иҫәпләйбеҙ. Бөгөн күптәр Төньяҡ Кавказда булып, тырыш һәм хеҙмәт өлгөһө күрһәтте.
Һүҙ аҙағында барлыҡ личный составты, ветерандарҙы һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм еңел булмаған эшебеҙҙә уңыштар теләйем.
Читайте нас: