Һаҡмар
-25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
28 Октябрь 2020, 00:25

Әсәһен... тапаған!

Күрһә лә, туҡтамаған!

“Комсомольская правда” порталы хоҡуҡ һаҡлау органдарына һылтанып, ҡот осмалы хәл тураһында хәбәр итә.
24 октябрҙә Ҡырмыҫҡалы районында 48 йәшлек бер иҫерек ир юлда торған 70 йәшлек әсәһен тапап үлтерә.
Асыҡланыуынса, ул иҫерек улын шулай юлына сығып, туҡтатырға уйлаған. Ә уныһы, яҡын кешеһенең тороуын күреүгә ҡарамаҫтан, газға тағы ла нығыраҡ баҫып, әсәһе өҫтөнән үтеп киткән! Туҡтарға ла уйламаған!
Ауылдан 1 саҡрымдай ерҙә уны полиция туҡтатҡан. Был ир аҡтығының машина йөрөтөү тураһындағы таныҡлығы ла булмаған. Уны һаҡ аҫтына алғандар, енәйәт эше асҡандар.
Үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, иҫерек улын туҡтатырға маташҡан әсә "Ашығыс ярҙам" килгәнгә ҡәҙәр, вафат булған.
Фото: "Комсомольская правда"
Читайте нас в