Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
27 Октябрь 2020, 00:25

Күпер аҫтында - ике мәйет!

Баймаҡ районы буйынса эске эштәр бүлегенең дежур хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уҙған аҙнала 157 хәл-ваҡиға теркәлгән, шуларҙың 6-һы криминаль характерға эйә.

Баймаҡ районы буйынса эске эштәр бүлегенең дежур хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уҙған аҙнала 157 хәл-ваҡиға теркәлгән, шуларҙың 6-һы криминаль характерға эйә. Кеше туҡмау (4), урлыҡ (3), үлтереү менән янау осраҡтары бар. Йомаш һәм Билал ауылдарындағы күпер аҫтарында ике кешенең үлгән кәүҙәһе табылған. Ике мутлашыу осрағы теркәлгән. “Авито” сайты аша әйбер һатып алырға теләгән берәү 4300 һум аҡсаһынан яҙған. Ишмырҙа ауылы эргәһендә бер машина янып киткән. Бер кеше хәбәрһеҙ юғалған.
ЮХХДИ инспекторҙары тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған 153 осраҡ теркәлгән. Иҫерек килеш руль артына ултырған 10 водитель тотолған. Бер аҙнала 15 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Ҡаланың “Ника” магазины эргәһендә ике машинаның төкөшкән. Һөҙөмтәлә ике кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Фото интернет селтәренән алынды.
Читайте нас: