Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
24 Октябрь 2020, 01:55

Үлем менән ҡайҙа сауҙа иткәндәрен хәбәр ит!

Республикала Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы акцияһының икенсе этабы башланды.

«ҮЛЕМ МЕНӘН ҠАЙҘА САУҘА ИТӘЛӘР, ХӘБӘР ИТ!»

Республикала «Үлем менән ҡайҙа сауҙа итеүҙәрен хәбәр ит!» Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы акцияһының икенсе этабы башланды. Ул 19 октябрҙә башлана һәм 30-ына тиклем дауам итә.
Был осорҙа министерство һәм ведомстволарҙың “ышаныс телефондары” эшләй башлаясаҡ. Республиканың һәр кешеһе наркотиктар әҙерләү, ҡулланыу һәм һаҡлау факттары һәм башҡа мөһим мәғлүмәттәр тураһында шылтыратып белдерә ала.
Наркотиктар таратыуға ҡаршы көрәштә һәр кем ҡатнашлыҡ күрһәтә ала. Бының өсөн ни бары республика Эске эштәр министрлығының 8(347) 279-32-92 «ышаныс телефоны»на шылтыратып, наркотиктарҙы һатыу, ҡулланыу, наркопритондарҙы һәм наркотиктар менән бәйле башҡа енәйәттәрҙе ойоштороу урындары тураһында хәбәр генә ҡалдырырға кәрәк. Уны аноним рәүештә лә эшләй алаһығыҙ. «Үлем менән ҡайҙа сауҙа итеүҙәрен хәбәр ит!» Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы акцияһын үткәреү традицияға инеп китте. Уның һөҙөмтәлелеге йылдан-йыл арта. Тәүге этапта полиция 137 енәйәт асыҡлаған. Законһыҙ әйләнештән 2 кг-нан ашыу наркотик һәм психотроп матдә тартып алынған, административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 200 протокол төҙөлгән.
«Ҡыҙыу линия»ға наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше һәм наркотик матдәләрҙең медицинала тәғәйенләнешһеҙ ҡулланылыуы тураһында ғына хәбәр итергә түгел, ә наркотиктарға бәйле булған кешеләргә һәм уларҙың туғандарына медицина һәм психологик ярҙам күрһәтеү тураһында консультация ла алырға мөмкин.
Бәлки, ихатағыҙҙа, уйын майҙансыҡтарында кемдер наркотиктар тараталыр. Иғтибарлы булығыҙ һәм бында урындарға шаһит булған осраҡта 8(347) 279-32-92 һанына шылтыратығыҙ йә булмаһа яҡындағы полиция бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ.
Алынған бөтә мәғлүмәт мотлаҡ тикшереләсәк, бер шылтыратыу ҙа иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Хәбәр итеүсенең исеме сер булып ҡалыуы гарантиялана.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә контроллек итеү идаралығы.
Читайте нас: