Һаҡмар
-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
24 Октябрь 2020, 02:50

Баймаҡта тағы ла авария!

Ҡайҙа ашыҡтығыҙ инде?

Кисә, киске сәғәттәрҙә, Баймаҡ ҡалаһының Салауат Юлаев проспектының "Ника" магазины эргәһендә йәнә юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Бер-береһен юл бирмәгән ике машина бәрелешкән. Ҡайҙа ғына ашыҡтылар икән? Хәҙер иһә уларға "тимер ат"тарында түгел, йәйәүләп йөрөргә тура киләсәк, машиналары тимер өйөмөнә әйләнгән. Юл хаталарҙы хәфү итмәй шул.
Ниндәй генә хәл килеп тыумаһын, тиҙ арала ҡайҙалыр барып етергә кәрәк булһа ла, ҡабаланмағыҙ, зинһар. Экономиялаған 1-2 минут һеҙҙең генә түгел, башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың да ғүмерен, һаулығын һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк.
Читайте нас: