Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
12 Октябрь 2020, 12:35

Республиканың ҡайһы ҡала-районында алкоголдән йышыраҡ үләләр?

Исемлектә Баймаҡ та бар...

Йыл башынан август айына тиклем Башҡортостанда араҡы эсеп 105 кеше вафат булған. Роспотребнадзор фажиғәләрҙең ҡайҙа теркәлеүе хаҡында белдерә.
Иң күп вафат булыусылар Өфө ҡалаһында теркәлгән – 28 осраҡ. Өфө районында – 11, Иглинда – 8 кеше. Тағы ла Стәрлетамаҡ ҡалаһында 5 кеше эсеп үлгән. Нефтекамала 4 кеше ағыуланып, яҡты донъя менән хушлашҡан. Туймазы ҡалаһында – 3, Белорет, Октябрь, Ишембай, Салауат, Әбйәлил, Баҡалы, Дыуан, Илеш, Туймазы, Федоровка райондарында 2-шәр кеше һәләк булған.
Ағиҙел, Баймаҡ, Бөрө, Күмертау, Мәләүез, Учалы ҡалаларында һәм Архангель, Асҡын, Ауырғазы, Баймаҡ, Бәләбәй, Белорет, Благовар, Бүздәк, Борай, Ҡариҙел, Мәләүез, Миәкә, Краснокама, Нуриман, Стәрлетамаҡ, Саҡмағош, Шишмә, Шаран райондарында берәр кешенең алкоголдән вафат булыуы теркәлгән.
Уҙған йылда ошо ваҡытта 162 кеше эсеп үлеп ҡалған.
Өҫтәп китергә кәрәк, Өфө яңылыҡтар селтәрендә республиканың бер төбәгендә 9 айлыҡ сабыйҙың алкоголдән ағыуланыуы тураһында мәғлүмәте бар халыҡты тетрәндергәйне. Уйланығыҙ! Эсеүҙең яҡшыға килтермәүен аңларға ваҡыт!