Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
11 Октябрь 2020, 18:05

Ҡоллоҡтан тағы ла 14 кеше азат ителгән

Улар әллә ҡайҙа ла түгел, Рәсәйҙә булғандар

Pocтoв эргәһендә ҡоллоҡта булған 14 кешене ҡотҡарғандар.
Бөгөн эш эҙләп, сит тарафтарға сығып
китеүселәр күп. Уларҙың ҡайһылары ҡайҙа барып төртөлөргә белмәй, уңға-һулға һуғыла. Тап шундайҙар кеше менән һатыу итеүселәрҙең тоҙағына эләгә лә инде.
Күптән түгел Ростов ҡалаһы эргәһендә, был һүҙҙең ысын мәғәнәһендә, ҡоллоҡта булған 14 кешене ҡотҡарғандар. Улар баҫыуҙарҙы эшкәрткән, йәшелсә үҫтергәндәр. Ҙур йорттоң подвалында ҡот осмалы шарттарҙа йәшәгәндәр. Үҙҙәре эшләгән ике ҡатлы карауаттар, душ ролен үтәгән тастар, иҫке-моҫҡо кейем-һалым, антисанитария. . .
Шул уҡ ваҡытта бер этаж өҫтә тап киреһе булған тормош шарттары хакимлыҡ иткән: ҡыйбатлы йыһаз, келәмәр, алтын ялатылған икона. . .
Әлеге ваҡытта кешеләрҙе ҡоллоҡта тотоусы сиғандар ғаиләһенең икәүһе тотолған. Улар өйһөҙ булған, эш эҙләгән кешеләрҙе күҙәткәндәр. Башлыса вокзалдарҙы контролдә тотҡандар. Уларға йәшәү урыны, эш тәҡдим иткәндәр. Ризалашмаусыларҙы туҡмап бойһондорғандар, документтарын тартып алғандар. Көсләп, подвалға алып барып бикләгәндәр. Кемдер документтарына ҡарамай, ҡасырға маташҡан, кемдер баш баҫып эшләргә мәжбүр булған. Ҡоллоҡта булыусыларҙың һаны даими үҙгәреп торған. Ҡасҡандарҙың урынына шунда уҡ икенселәрҙе килтергәндәр. Эш хаҡының түләнмәүен әйтеп торорға ла кәрәкмәй, былай ҙа аңлашыла.
Әлеге ваҡытта ҡол тотоусыларға ҡарата РФ Енәйәти Кодекстың "Ҡолдарҙың хеҙмәтен ҡулланыу" тураһындағы 127.2 - се статья буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Шул уҡ ваҡытта енәйәтселәрҙең бөтәһе лә тотолмауы хаҡында билдәле. Уларҙы эҙләү дауам итә.
Читайте нас: