Һаҡмар
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
6 Октябрь 2020, 16:00

Был ҡатындың ғүмерен кем өҙгән?

Баймаҡтың иҫерек водителе!

Бөгөн төндә Баймаҡ районында иҫерек водителе арҡаһында бер ҡатын һәләк булған.
Тәүге фараздар буйынса, Сәрмән-Амангилде-Баймаҡ трассаһының 150-се километрында 26 йәшлек Баймаҡ гражданы «Mitsubishi Lancer» машинаһында алда барған «Volkswagen Caravelle» машинаһын ҡыуып етеп, уҙырға маташҡанда ныҡ ҡына итеп уға барып төкөй.
Ҡаты бәрелештән «Volkswagen» юлдан барып оса. Һөҙөмтәлә Хәйбулла районының 47 йәшлек ҡатыны урында уҡ һәләк була.
«Mitsubishi» машинаһы водителе машина йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителгән булыуы билдәле. Юл-транспорт ваҡиғаһында ул иҫерек булған. Был ваҡиға буйынса тикшереү эше ҡуҙғатылды, тип хәбәр итә БР-ҙың ЮХХДИ баш идаралығы.
Фото: ЮХХДИ сайтынан алынды.
Читайте нас: