Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
1 Октябрь 2020, 23:23

Шахта емерелгән. Бер шахтер һәләк булған

Фажиғә 29 сентябрҙә "Юбилей" ятҡылығы руднигында теркәлгән.

29 сентябрҙең иртәнге сәғәттәрендә Хәйбулла районының Петропавловск ауылындаға “Юбилей” ятҡылығының ер аҫты баҡыр руднигында үлемесле ваҡиға теркәлгән. Тау массаһы емерелеп төшөү сәбәпле, шахтер һәләк булған.
Шахтер рудникта шартлатыусы булып эшләгән. Ул үткәүел эшләү өсөн тәғәйенләнгән шартлатҡыс матдә һала. Һәм. . . тереләй килеш ишелгән ер аҫтында ҡала.
Унан башҡа шахтала тағы бер нисә кешенең булыуы билдәле. Ләкин уларҙың хәле тураһында хәбәр юҡ.
Шахтерҙың кәүҙәһе суд-медицина экспертизаһына тапшырылған. Уға ни бары 49 йәш булған. Силәбе өлкәһендә йәшәгән. Уның ҡатыны һәм ҡыҙы бар.
Фото:Роструд сайтынан алынды.
Читайте нас: