Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
28 Сентябрь 2020, 14:50

Баймаҡ юлдарында өс кеше йәрәхәтләнгән, бер кеше һәләк булған

ЮХХДИ инспекторҙары тарафынануҙған аҙнала юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған 160 осраҡ теркәлгән.

Баймаҡ районы буйынса эске эштәр бүлегенең дежур хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уҙған аҙнала 122 хәл-ваҡиға теркәлгән, шуларҙың 10-һы криминаль характерға эйә. Урлыҡ (7), кеше туҡмау (1) осраҡтары бар. Хәбәрһеҙ юғалған бер кеше Иҫке Сибай ауылы эргәһендә үлгән килеш табылған. Ҡаланың Йолалы урамында юлда ятҡан ике иҫерек ирҙе әлегә билдәһеҙ машина төкөп киткән.
ЮХХДИ инспекторҙары тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған 160 осраҡ теркәлгән. Иҫерек килеш руль артына ултырған 13 водитель тотолған. Бер аҙнала 10 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән 3 кеше ҡайтанан руль артына ултырғанда эләккән. Мәмбәт ауылы эргәһендә булған юл-транспорт ваҡиғаһында бер кешенең ғүмере өҙөлгән.
Фотосығанаҡ: https://yandex.ru/search/?text=авария%20машин&clid=2261451&banerid=0899040005%3ASW-02d7960b4910&win=405&&lr=20673
Читайте нас: