Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
21 Сентябрь 2020, 00:02

Тағы ла бер үлемесле фажиғә

Магнитогорск-Ира трассаһының 141-се километрында (Баймаҡ районында) 23 йәшлек водитель "Chevrolet Cruze" автомобилендә ВАЗ-2110 машинаһына барып төкөй.

Тағы ла бер үлемесле фажиғә
Магнитогорск-Ира трассаһының 141-се километрында (Баймаҡ районында) 23 йәшлек водитель "Chevrolet Cruze" автомобилендә ВАЗ-2110 машинаһына барып төкөй. Көслө бәрелештән һуң улар икеһе лә ҡаршы килгән КамАЗ йөк машинаһына барып бәрелә. Һөҙөмтәлә "Chevrolet" водителе шунда уҡ һәләк була. ВАЗ машинаһындағы 27 йәшлек ҡатын һәм уның 2 йәшлек ҡыҙы дауаханаға килтерелә.
ВАЗ машинаһында ирле-ҡатын дүрт бала менән булыуы билдәле.
Уҙған төндә генә юл- транспорт ваҡиғаһында Белорет ҡалаһынан тотош бер ғаилә һәләк булған ине: атаһы, әсәһе һәм ике бәләкәс балаһы.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ.
Читайте нас: