Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
16 Сентябрь 2020, 13:50

Законһыҙ эштән бушатылған

Суд приставтары гражданинға эш урынында тергеҙелеүҙә ярҙам итте

Суд ҡарары суд приставтары контроле аҫтында башҡарылды

Өфө районы суд приставтары гражданинға эш урынында тергеҙелеүҙә ярҙам итте.

Өфө районың бер ауыл хужалығы предприятияһында генераль директоры вазифаһын башҡарыусы ир-кеше эшенән бушатыла. Ул был факт менән ризалашмай һәм хоҡуҡтарын тергеҙеү өсөн судҡа мөрәжәғәт итә.

Суд уның талаптарын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә һәм ойошма етәкселегенән хеҙмәткәрҙе бушатылған вазифаһында тергеҙеүҙе, ир кешегә сараһыҙҙан барлыҡҡа килгән прогул ваҡыты өсөн эш хаҡын һәм мораль зыян өсөн компенсация – 1 млн һумдан ашыу аҡса түләүҙе талап итә.

Башҡарыу эше сиктәрендә суд приставы предпритияның етәкселегенә суд ҡарарына ярашлы, ир-кешене вазифаһын тергеҙергә һәм тейешле түләүҙәрҙе башҡарырға, тигән талап ҡуя. Шулай уҡ, был талаптар ваҡытында теүәл үтәлмәгән осраҡта, Рәсәй Федерацияһының енәйәт кодексының 315-се статьяһына ярашлы, ғәйеплеләр енәйәт яуаплылығына тарттырылыуы тураһында иҫкәртеү тапшырҙы.

Предприятияның вазифалы кешеләре суд приставы талаптары буйынса ир-кешене эш урынында тергеҙеү тураhында бойороҡҡа ҡул ҡуя, уға эш хаҡын һәм мораль зыян өсөн компенсацияны тулыhынса түләнәсәк.

Артур Иҙрисов,

Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса суд приставтары бүлексәһе начальнигы, эске эштәр лейтенанты.

Фотосығанаҡ: https://yandex.ru/search/?clid=2186621&text=%D1%88%D1%82%D1%80%D0%B0%D1%84%20%D0%B7%D0%B0%20%D1%83%D0%B2%D0%BE%D0%BB%D1%8C%D0%BD%D0%B5%D0%BD%D0%B8%D0%B5%20%D1%81%D0%BE%D1%82%D1%80%D1%83%D0%B4%D0%BD%D0%B8%D0%BA%D0%B0&lr=20673&redircnt=1600238550.1

Читайте нас: