Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
14 Сентябрь 2020, 13:50

Баймаҡта наркотик һатҡан бер кеше тотолған

Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса эске эштәр бүлегенең дежур-диспетчер хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, уҙған аҙнала районда 137 хәл-ваҡиға булған, шуның 17-һе криминаль характерға эйә.

Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса эске эштәр бүлегенең дежур-диспетчер хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, уҙған аҙнала районда 137 хәл-ваҡиға булған, шуның 17-һе криминаль характерға эйә. Урлыҡ, кеше туҡмау, кеше йортона үтеп инеү, кеше мөлкәтен тартып алыу, рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыу осраҡтары бар. Бер кеше юғалған. Наркотик матдә һатҡан бер кеше тотолған. Ике күрше “байрам” иткән ваҡытта бәхәсләшеп китеп, береһе икенсеһенә бысаҡ менән сәнскән.

ЮХХДИ инспекторҙары тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған 155 осраҡ теркәлгән. 11 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Иҫерек килеш руль артына ултырған 12 водитель тотолған.

Читайте нас: