Башҡортостан Республикаһы буйынса һигеҙ айҙа балалар ҡатнашлығында 257 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Уларҙа 9 баланың ғүмере өҙөлгән, тағы ла 276-ыһы төрлө тән йәрәхәттәре алған. Ә инде йыл башынан юлдарҙа 280 кеше һәләк булған. Ошо хаҡта БР буйынса ЮХХДИ баш идаралығынан хәбәр итәләр.
8 сентябрҙә генә лә республика буйынса балалар ҡатнашлығында 7 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Анализ күрһәтеүенсә, уларҙың 50,6 проценты транспорт сараһында пассажир булараҡ һәләк булған. Тимәк уларҙың үлемендә ололар ғәйепле.
Мәҫәлән, 16 августа Өфө – Ырымбур трассаһында 4 йәшлек сабыйҙың ғүмере өҙөлгән. Алдағы күҙаллауҙар буйынса, ВАЗ-2115 машинаһы водителе, иҫерек килеш рулгә ултыра. Һәм ул “Мерседес-Бенц” машинаһына төкөй. Унан һуң еңел автомобиле әйләнеп китә һәм “Датсун” менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә ВАЗ-2115 водителе менән “Датсун”да барған ҡатын Толбазы дауаханаһына оҙатыла. Ә машинаның артҡы рәтендә әсәһенең алдында ултырып барған 4 йәшлек ҡыҙыҡай реанимация бүлегендә һәләк була.