Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса эске эштәр бүлегенең дежур-диспетчер хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, уҙған аҙнала районда 116 хәл-ваҡиға булған, шуның 7-һе криминаль характерға эйә. Билал ауылы эргәһендә билдәһеҙ кеше һөйәктәренең ҡалдыҡтары табылған. Яҡынса фаразлау буйынса ул бында 3 йыл тирәһе ята. Урлыҡ, ат юғалыу, банк картаһынан аҡса урлау осраҡтары бар. Ике кеше юғалған. Рөхсәтһеҙ иҫерткес эсемлек һатыу осраҡтары теркәлгән. Уларҙың береһе – магазинда, икенсеһе өйҙә һатыу иткән.
ЮХХДИ инспекторҙары тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған 143 осраҡ теркәлгән. 11 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Иҫерек килеш руль артына ултырған 6 водитель тотолған.
Водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән 3 кешенең иҫерек килеш ҡайтанан руль артына ултырыуы асыҡланған.