Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
6 Сентябрь 2020, 18:00

Билал урманында ике йыл тирәһе ятҡан кеше һөлдәһе табылған

Бәлки, кемдер ошо арауыҡ эсендә юғалған тыуғанын эҙләйҙер. Баймаҡ районы буйынса эске эштәр бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ.

Билал ауылы урманында кеше һөлдәһе табылған
Билал ауылы янындағы урманға барған кешеләр кеше һөлдәһе һөйәктәренә юлыҡҡан. Уның бында ике йыл тирәһе ята, тип фаразлайҙар. Әлегә уның кемдеке икәне билдәһеҙ. Табылған кеше һөлдәһе ҡалдыҡтарының шәхесен асыҡлау өсөн полиция хеҙмәткәрҙәре уны медицина суд-эксперизаһына ебәргән. Вафат булыусының кем булыуын һәм үлем сәбәптәре тикшерәсәк. Шулай уҡ ике йыл арауығында юғалған кешеләрҙең шәхестәре ҡайтанан тикшерелә.
Бәлки, кемдер ошо арауыҡ эсендә юғалған тыуғанын эҙләйҙер. Баймаҡ районы буйынса эске эштәр бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ.
Фото: proufu.ru
Читайте нас: