Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
2 Сентябрь 2020, 16:55

100 йәшлек Бөйөк Ветеран һуғышы ветеранын үлтереүселәр тотолған!

Уларҙың икеһе лә Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең элекке хеҙмәткәрҙәре.

Ҡыйғы районының 100 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Иван Несмеяновты үлтереп, аҡсаларын урлауы хаҡындағы мәғлүмәт бар халыҡты шаҡ ҡатырғайны. Дәһшәтле һуғышты иҫән-аман үтеп, Еңеү өсөн бар һаулығын биргән яугир ниндәйҙер әҙәм аҡтыҡтары ҡулдарынан һәләк булһын әле.

Ниһайәт, ошо көндәрҙә ветеранды үлтереүселәр шик аҫтына алынды. Был хаҡта Эске эштәр министрлығының Енәйәтте тикшереү идаралығынан хәбәр иттеләр. Life-shot телеграм-каналының үҙ сығанаҡтарына һылтанып белдереүенсә, уларҙың икеһе лә Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең элекке хеҙмәткәрҙәре.

Улар фронтовиктан урлаған аҡсаны йәшергән урынды күрһәткән. Енәйәтселәр 100 йәшлек ветеранды бәйләп ҡуйып, ғазаплағандар, ә аҙаҡ уның башын тишкәндәр. Миллион һумға яҡын аҡса урлағандар. Ҡарттың кәүҙәһен иртән күрше ҡатыны тапҡан.

Сығанаҡ: Башинформ

Читайте нас: