Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
31 Август 2020, 17:07

Бер аҙнала - 10 иҫерек водитель

Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса эске эштәр бүлегенең дежур-диспетчер хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, уҙған аҙнала районда 131 хәл-ваҡиға булған, шуның 11-е криминаль характерға эйә.

Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса эске эштәр бүлегенең дежур-диспетчер хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, уҙған аҙнала районда 131 хәл-ваҡиға булған, шуның 11-е криминаль характерға эйә. Урлыҡ (5), кеше туҡмау (3) осраҡтары бар. Эре мөгөҙлө мал юғалыуы тураһында хәбәр булған. Мутлашыуҙар арта. Үҙҙәрен банк хеҙмәткәрҙәре тип алдап таныштырған билдәһеҙ кешеләрҙең кредит юллатыу һәм банк картаһынан аҡса урлау осраҡтары теркәлгән.

ЮХХДИ инспекторҙары тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған 112 осраҡ теркәлгән. 9 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Иҫерек килеш руль артына ултырған 10 водитель тотолған.

Водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән бер кешенең иҫерек килеш руль артына ултырыуы асыҡланған.

Читайте нас: