Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
31 Август 2020, 17:05

17 йәшлек яҡташыбыҙ һәләк булған

Фажиғә Сибайҙа теркәлгән

Бөгөн төндә Сибай ҡалаһында 17 йәшлек Баймаҡ районы кешеһе һәләк булған. Республика ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ул «Racer JS» мотоциклы менән Белов урамында барған саҡта бордюрға менеп китә. Һөҙөмтәлә үлемесле яралана һәм авария урынында һәләк була.

Үҫмерҙең мотоцикл менән идара итеү өсөн таныҡлығы булмай, “тимер ат” та теркәлмәгән булған. Әлеге ваҡытта тикшереү эштәре бара.

Кисә ял көнөндә генә лә, 30 августа, республикала 13 юл-транспорт ваҡиғаһы булған, 3 кеше һәләк булған, 21 кеше ауыр тән йәрәхәттәре алған.

Бында уйланырға урын бар һәм дөрөҫ һығымта яһағыҙ.

Читайте нас: