Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
17 Август 2020, 16:50

Һаҡ булығыҙ - юлда иҫерек водителдәр!

Уҙған аҙнала 11 водитель эскән килеш юлға сыҡҡан.

Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса эске эштәр бүлегенең дежур-диспетчер хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, уҙған аҙнала районда 134 хәл-ваҡиға булған, шуның 9-ы криминаль характерға эйә. Бер әҙәм аҡтығы 1984 йылғы ҡатын-ҡыҙҙы көсләгән. Мутлашыу арта – уҙған аҙнала 3 осраҡ теркәлгән. Урлыҡ, үлтереү менән янау, йәмәғәт урындарында иҫерек килеш тәртип боҙоу осраҡтары бар. Маска режимын боҙған 16 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.

ЮХХДИ инспекторҙары тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған 148 осраҡ теркәлгән. 13 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Иҫерек килеш руль артына ултырған 11 водитель тотолған.

Читайте нас: