Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
14 Июль 2020, 17:45

Уҙған аҙна хәл-ваҡиғалары

Бер ауыл эргәһендә кеше һөлдәһе табылған

Баймаҡ районы буйынса эске эштәр бүлегенең дежур хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уҙған аҙнала 166 хәл-ваҡиға теркәлгән, шуларҙың 13-ө криминаль характерға эйә. Урлыҡ, кеше мөлкәтенә зыян килтереү, үлтереү менән янау, йәмәғәт урындарында иҫерек килеш тәртип боҙоу осраҡтар теркәлгән. Бер кешенең банк картаһынан 185 мең һумдан ашыу аҡсаһын урлағандар. Ҡаратал ауылында бер кешенең һөлдәһе табылған.
ЮХХДИ инспекторҙары тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған 193 осраҡ теркәлгән. Иҫерек килеш руль артына ултырған 12 водитель тотолған. Бер аҙнала 14 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.
Читайте нас: