Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
21 Май 2020, 13:05

Иғтибар - балалар!

18 майҙан 5 июнгә тиклем республикала, шул иҫәптән беҙҙең районда ла “Иғтибар – балалар!” операцияһы иғлан ителде.

Һуңғы дүрт айҙа республикала бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында 86 юл фажиғәһе теркәлгән, шуларҙың дүртәүһе һәләк булған, 87-еһе төрлө тән йәрәхәттәре алған. Юл-транспорт ваҡиғаһы күп осраҡта Өфө, Октябрьский, Салауат, Нефтекама, Стәрлетамаҡ ҡалаларында, тағы ла Иглин, Дыуан райондарында теркәлгән. Өфө һәм Белорет райондарында балаларҙың йәрәхәтләнеү осраҡтары күп күҙәтелә.
Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, 18 майҙан 5 июнгә тиклем республикала, шул иҫәптән беҙҙең районда ла “Иғтибар – балалар!” операцияһы иғлан ителде. ЮХХДИ инспекторҙары ошоға бәйле юлдарҙа даими рейдтар уҙғара.
Читайте нас: