Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
15 Май 2020, 12:00

Юлдарҙа авариялар кәмей

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә 114 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотовидеотеркәү комплекстарын партияны ҡуйыу билдәләнгән графикка ярашлы ваҡытында тамамланды.
Әйтергә кәрәк, республиканың 63 районында бөтәһе 609 камера ҡуйылған. Улар республика юлдарының авариялар йыш теркәлгән урындарында урынлаштырылған. ЮХХДИ-һы инспекторҙары хәбәр итеүенсә, камераларҙың булыуы юл-транспорт ваҡиғаларының һанын кәметергә булышлыҡ иткән. Мәҫәлән, быйыл мартта уҙған йыл менән сағыштырғанда авариялар — 16 процентҡа, уларҙың һөҙөмтәһендә үлем кимәле 47 процентҡа кәмегән.
Төҙөлгән килешеүгә ярашлы, «Башинформсвязь» биш йыл дауамында системаның сервис хеҙмәтләндереүен тәьмин итергә, һуңынан комплекстарҙы республика ҡарамағына тапшырырға тейеш.
Фотовидеокамералар Баймаҡ ҡалаһы һәм райондары юлдарына ла урынлаштырылды. Улар ысынында ла водителдәрҙән юл хәрәкәте ҡағиҙәһен теүәл күҙәтергә булышлыҡ итә.
Читайте нас: