Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
16 Апрель 2020, 19:15

Төнгө сәғәт 3-тә - "һунарға"! ?

Баймаҡ ҡалаһының эске эштәр бүлегенең патруль-пост хеҙмәткәрҙәре патруллек ваҡытында, төнгө сәғәт өс булыуға ҡарамаҫтан, балалар коляскаһын этеп китеп барған ике егеткә иғтибар итә.

Баймаҡ ҡалаһының эске эштәр бүлегенең патруль-пост хеҙмәткәрҙәре патруллек ваҡытында, төнгө сәғәт өс булыуға ҡарамаҫтан, балалар коляскаһын этеп китеп барған ике егеткә иғтибар итә. Уларҙың ҡыҙыҡһыныуы бушҡа булмай - коляскала бала урынына бер нисә тоҡ ятҡан.
21 һәм 23 йәшлек егеттәр Баймаҡ ҡалаһындағы дөйөм гараждарҙың береһенә төшкән булған.
Унан электр ҡорамалдарын, бер тоҡ картуф, асҡыстар йыйылмаһын һәм башҡа кәрәк-яраҡ алғандар. Уларҙың барыһын да коляскаға тейәп, китеп барғанда полиция хеҙмәткәрҙәренә осрағандар. Әйткәндәй, был гаражға уларҙың икенсегә төшөүҙәре икән. Тәүге тапҡыр унан металл әйберҙәрен сәлдергәндәр.
Гараж хужаһы полицияға ғариза яҙған. Зыян күләмен ул биш мең һумға баһалаған. Ҡараҡтарға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: