Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
16 Апрель 2020, 15:10

Районда патруллек ойошторола

Кисә, 15 апрелдә, киске сәғәт 9-ҙан төнгө 1-гә тиклем Иҫке Сибай, Беренсе Моҡас, Икенсе Моҡас, Калинин ауылдарында патруллек итте. #МыВместе #СтопКоронавирус

Баймак ҡалаһында һәм районында үҙаллы изоляция режимын күҙәтеүҙе контролдә тотоу маҡсатында халыҡ дружинаһы булдырылған. Улар көн дә урындарға сығып патруллек ойоштора. Кисә, 15 апрелдә, киске сәғәт 9-ҙан төнгө 1-гә тиклем "Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһының урындағы бүлексәнең башҡарма секретары И.Н. Сирусин етәкселегендәге төркөм Иҫке Сибай, Беренсе Моҡас, Икенсе Моҡас, Калинин ауылдарында патруллек итте. Рейд барышында хоҡуҡ боҙоуҙар теркәлмәгән. Район халҡы үҙаллы изоляцияның мөһимлеген аңлап ҡабул итеүҙәре һәм яуаплылыҡ күрһәтеүҙәре һөйөндөрә.
Читайте нас: