Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
14 Апрель 2020, 12:25

Һаҡ булығыҙ! Юлда - мотоциклдар!

49 йәшлек водитель “Toyota Land Cruiser 200” автомобилендә “Suzuki GSX-R” мотоциклы менән бәрелешкән. #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Карантинға бәйле юлдарҙа транспорт ағымы ҡырҡа кәмеһә лә авариялар булып тора. Үткән ял көндәрендә сираттағы юл-транспорт ваҡиғаһында мотоцикл менән иномарка бәрелешә.
Өфөнөң Цюрупа һәм Революция урамдары киҫелешендә 49 йәшлек водитель “Toyota Land Cruiser 200” автомобилендә “Suzuki GSX-R” мотоциклы менән бәрелешә. Бәрелеш шундай көстә була, хатта мотоцикл юл ситендә торған “Toyota RAV4” автомобиленә барып һуғыла.
Аварияла мотоциклдағы 22 йәшлек пассажир тән йәрәхәттәре алған. Медицина хеҙмәткәрҙәре ярҙам күрһәткәс, уны өйөнә ҡайтарған.
Рәсәй Прзиденты указы буйынса “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты томошҡа ашырыла, ул юлдарҙағы аварияларҙы кәметеүҙе лә тәү маҡсат итеп ҡуя. Тик рулгә ултырған халыҡ үҙен юлда тәртипле тотмаһа, ҡағиҙәләрҙе үтәмәһә, милли проект менән генә аварияларҙы бөтөрөп булмаясаҡ. Әле юлдар буш булған саҡта ла ҡот осҡос аварияларҙың булып тороуы уйға һала.
Фото: Өфө ҡалаһы буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән.
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Si-ti-inde-mototsikldar-216541/
Читайте нас: