Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
30 Март 2020, 12:45

Балаларҙы яңғыҙ ҡалдырмағыҙ!

Өс бәләкәй малайҙың шырпы менән уйнау һөҙөмтәһендә ут тәүҙә стеналағы обойға тоҡана, һуңынан түбәгә, тәҙрәгә күсә. Малайҙар секунд эсендә һөрөм газы менән ағыулана һәм аңын юғалта.

Бәлә башлыса балаларҙың өйҙә үҙҙәре генә ҡалған ваҡытта килә. Улар ололарһыҙ тирә-яҡты әүҙем өйрәнә башлай. Тап уның һөҙөмтәһе ҙур хәүеф килтереүе ихтимал.

Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, янғындың сығыуына ололар ғәйепле - бәләкәстәрҙе үҙҙәрен генә өйҙә ҡалдыралар. Ә улар ниндәй бәлә килтереүен аңламайынса, шырпы менән уйнауҙары ихтимал. Шундай бер осраҡ ағымдағы йылдың 21 февралендә Учалы районының Юлдаш ауылында теркәлде. Йылға урамындағы бер йортта өй янып китә. Өс бәләкәй малайҙың шырпы менән уйнау һөҙөмтәһендә ут тәүҙә стеналағы обойға тоҡана, һуңынан түбәгә, тәҙрәгә күсә. Малайҙар секунд эсендә һөрөм газы менән ағыулана һәм аңын юғалта. “Ашығыс ярҙам” тиҙ килеп етә һәм уларҙы дауаханаға алып бара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике йәшлек малай, иҫенә килә алмай, дауаханала йән бирә. Уның дүрт һәм алты йәшлек ағалары врачтар күҙәтеүендә ҡала.

Әлбиттә, ҡайһы бер осраҡта ололар балаларын үҙҙәрен генә өйҙә ҡалдырырға мәжбүр. Ләкин сығып китер алдынан уларҙың иң өлкәненә бәләкәстәргә ҡарауыл булыуын иҫкәртергә кәрәк. Балаларҙы бигерәк тә фатирҙа йәки бүлмәлә бикләп китеү хәүефле. Бәлә тыуа ҡалһа, улар үҙҙәре генә сыға алмаясаҡ.

Эйе, ут балаларҙы үҙенә йәлеп итә. Ләкин уны дөрөҫ файҙаланырға кәрәклеген аңлатырға кәрәк. Бәләкәйҙән ут менән нисек эш итергә кәрәклеген белеп үҫергә тейештәр.

Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаларығыҙға ут менән дөрөҫ эш итергә өйрәтегеҙ. Ни өсөн шырпы менән уйнарға ярамағанлығын аңлатығыҙ. Һеҙгә һорауҙарым бар: “Шырпы уйынсыҡ түгел!”, “Балаларҙы ҡарауһыҙ өйҙә ҡалдырмағыҙ!” кеүек иҫкәртеүҙәр һеҙҙең өйҙә теүәл үтәләме?

Илдар Хәмитов,

Баймаҡ район-ара янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү һәм профилактика бүлеге начальнигы урынбаҫары, эске эштәр хеҙмәте майоры.

Читайте нас: