Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
25 Март 2020, 19:55

Ышанмағыҙ, тағы ла бер ялған хәләр!

Интернет селтәрендә коронавирусҡа бәйле тағы бер ялған хәбәр йәшен тиҙлегендәй таралды.

Интернет селтәрендә коронавирусҡа бәйле тағы бер ялған хәбәр йәшен тиҙлегендәй таралды. Йәнәһе лә, бала мәктәпкә барһа - мәғариф учреждениеһы штраф түләйәсәк, әгәр ҙә инде улар сауҙа нөктәләрендә, урамда, паркта, халыҡ күпләп йыйылған урындарҙа осраһа ата-әсәләр яуапҡа тарттырыласаҡ. Был ялған хәбәр айырыуса ата-әсәләрҙең чаттарында юғары тиҙлектә тарала. Шикле хәбәрҙәргә ышанмағыҙ. Дөрөҫ мәғлүмәттәр менән бары тик рәсми сайттар аша ғына танышырға мөмкин. Талап ителгән барлыҡ һаҡланыу сараларын теүәл үтәгеҙ!
Читайте нас: