Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
23 Март 2020, 23:15

"Һыйырҙы һатҡансы эскән дә ҡуйғанбыҙ. . . "

. . . Ярай, яртыһын магазиндан алған бурыс өсөн биреп өлгөргәнбеҙ, ә ҡалғанынан елдәр иҫкән. . .

"Күрше, һыйырың быҙаулағанын ишеткәйнем, һөт бирмәҫһеңме?" - тип ай буйына дауам иткән "байрам"ын туҡтатҡан ҡатын килеп инде Сафияларға.
Айгөл күҙ ҡабаҡтары шешенеп, оҙаҡ эсеүҙән килбәтһеҙ булып киткән күршеһенә йәлләп ҡараны. Оҙаҡ йылдар ҡаршы йортта йәшәгән ҡатын үҙенең эсеүенә аптырап: "Ҡарале, һыйырҙы һатҡансы эскәнбеҙ ҙә ҡуйғанбыҙ. Ярай, яртыһын магазиндан алған бурыс өсөн биреп өлгөргәнбеҙ, ә ҡалғанынан елдәр иҫкән. Магазинда ла эскән кешегә күрәләтә яҙып тороп араҡыһын да, һыраһын да, одеколонын да, фанфуригын да бирәләр. Аҙаҡ пенсияның һуңғы тиненә тиклем, көтөп тороп, тартып алалар. Ир ҙә, үҙем дә система ҡуйҙыртып, саҡ "запой"ҙан сыҡтыҡ. Хәҙер нисек тә булһа аҡса йыйып, һыйыр алырға кәрәк", - тип эс серҙәрен асып сығып китте күрше", - тип һөйләне танышым.
8 Март байрамын һәр кем үҙенсә билдәләй, әммә һеперелеп йөрөп эсергә тимәгән бит. Был байрам ҡатын-ҡыҙға, әсәйҙәргә рәхмәт әйтә, бүләкләй торған көн. Ошо юлы ауылда йәшәгән таныштарға барғанда, ҡатындарҙың ирҙәр менән ҡултыҡлашып урам буйлап эсеп йөрөгәнен күрергә тура килде. "Туҡтамай былар, балаларын да йәлләмәйҙәр, өйҙәренә ҡайтмай байрам итәләр", - тип был ғаиләләрҙең әҙәмсә йәшәүҙең күптән онотоуы тураһында һөйләне хужабикә.
Республика Башлығы төбәктә эш башлағас, эскелеккә ҡаршы көрәш асты. Ҡайҙалыр был йүнәлештә яҡшы һөҙөмтәләр булһа, шулай уҡ ваҡытта хәл үҙгәрмәгән ауылдар ҙа бар. Урындағы йәмәғәт ойошмалары, муниципаль органдар тик "тамға" өсөн генә эшләйме? Үрҙә бәйән иткән хәлдәр ошо хаҡта һөйләй ҙә инде...
Фото: russiantourism.ru
Автор: Рәмилә Мусина
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/iyir-i-at-ansi-esk-n-d--uy-anbi-165354/
Читайте нас: