Һаҡмар
+25 °С
Облачно
Антитеррор
Хоҡуҡ һаҡлау
22 Марта 2020, 19:05
Кисә Өфөлә террор акты әҙерләнгән булған. . .
Шәмбе кис хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре ҡораллы кеше китеп барған автомобилде туҡтатырға тырышҡан. Әммә ул ҡоралды һалып, туҡтарға тигән иҫкәртеүҙәргә буйһонмаған, ут асҡан. Атыш барышында енәйәтсене ҡоралһыҙландырғандар. Ул һәләк булған.
Террор акты әҙерләгән булған...
Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең иҫкәртеүҙәренә буйһонмай, ут асҡан...
Кисә Өфөнөң Дим биҫтәһе яғынан ингән юлды ҡаплағандар. Социаль селтәрҙәрҙә ҙур тығындар, юлда атыш булыуы хаҡында мәғлүмәт булды. Ысынында ла унда нимә булған?
“РИА” мәғлүмәт агентлығы, Террорсылыҡҡа ҡаршы милли комитеттың мәғлүмәт үҙәгенә һылтанып, түбәндәгене хәбәр итә: кисә Башҡортостанда террор акты әҙерләүсе ҡораллы енәйәтсене тотоу операцияһы үткән.
Шәмбе кис хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре ҡораллы кеше китеп барған автомобилде туҡтатырға тырышҡан. Әммә ул ҡоралды һалып, туҡтарға тигән иҫкәртеүҙәргә буйһонмаған, ут асҡан. Атыш барышында енәйәтсене ҡоралһыҙландырғандар. Ул һәләк булған. Эргәһендә пистолет һәм ҡулланыуға әҙер шартлатҡыс табылған.
Террорсылыҡҡа ҡаршы милли комитет ваҡиға урынынан видеояҙма ла баҫтырған. Унда енәйәтсенең машинаһын хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре уратып алғаны күренә, автомобилдең артҡы тәҙрәһе ватылған.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре һәм граждандар зыян күрмәгән.
Фото: комитет видеоһынан скриншот.
https://vk.com/wall-104965500_40188
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"