"01" хәбәр итә: 22 мартта Темәс ауылында бер янғын сыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның хужабикәһе, 1968 йылғы ҡатын һәләк булған.
"02" хәбәр итә: Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса эске эштәр бүлегенең дежур-диспетчер хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, уҙған аҙнала районда 148 хәл-ваҡиға булған, шуның 13-ө криминаль характерға эйә. Урлыҡ, мутлашыу, кеше туҡмау кеүек осраҡтар бар.
ЮХХДИ инспекторҙары тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған 204 осраҡ теркәлгән. 11 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Иҫерек килеш руль артына ултырған 4 водитель тотолған. Водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән 2 кеше иҫерек килеш ҡайтанан руль артынан ултырған саҡтарында тотолған.
Темәс ауылында бер янғын сыҡҡан.
"03" хәбәр итә: Уҙған аҙнала “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенә 281 кеше мөрәжәғәт иткән, шуларҙың 84-е - балалар. Ауылдарҙан 122 саҡырыу булған. 15 бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Киҫкен респиратор вируслы инфекция менән 65 кешегә (45-е бала) медицина ярҙамы талап ителгән. Өйҙәрендә 4 кеше вафат булған. Алкоголь интоксикацияһы менән яфаланған 21 кешегә ярҙам күрһәтелгән.