Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
16 Март 2020, 14:50

Юлдарҙа һеҙҙе күҙәтәләр

Республикаһы биләмәһендә 770 фотовидеофиксация комплексы бар.#национальныепроекты

Йыл башынан алып Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә 770 фотовидеофиксация комплексы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген күҙәтә. Шул сәбәпле, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусылар һаны ла ҡырҡа артҡан. БР буйынса Дәүләт транспорт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, уларҙың һаны әлеге ваҡытта 220 меңдән ашып киткән.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген, фажиғәләр һанын кәметеү, уларҙа кеше ғүмеренең өҙөлөүенә юл ҡуймау маҡсатында, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте былтыр бөтә республикала буйынса фотовидеофиксация комплекстарын арттырыу маҡсатында тураһында ҡарар ҡабул ителде, тип хәбәр итә БР буйынса Дәүләт транспорт комитетының матбуғат хеҙмәте.

Читайте нас: