Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
12 Март 2020, 17:15

Һаҡ булығыҙ: ялған аҡсалар!

Башҡортостан Республикаһының Милли банкынан хәбәр итеүҙәренсә, 2019 йылда 281 ялған аҡса әйләнештән алынған.

Мутлашыусылар нимә генә уйлап тапмай. Башҡортостан Республикаһының Милли банкынан хәбәр итеүҙәренсә, 2019 йылда 281 ялған аҡса әйләнештән алынған. Был 2018 йылға ҡарағанда 63-кә күберәк. Башлыса 5 мең һумлыҡ ялған аҡсалар осрай (80 процентын тәшкил итә). 1 мең һумлыҡ – 39, 2 мең һумлыҡ 14 аҡса табылған.

Былтыр шулай уҡ берешәр ялған 500 һум, 200 һум, 100 һум килеп сыҡҡан. Шулай уҡ 5 ялған АҠШ доллары һәм 1 евро табылған.

Ошоларҙы иҫәпкә алып, әгәр ҡулығыҙҙағы аҡса шик тыуҙыра икән, экспертизаға тапшырыу өсөн банктарҙа ҡулаҡса менән эшләгән бүлеккә мөрәжәғәт итегеҙ. Әгәр уның ялған аҡса икәнлеге раҫланһа, полицияғап хәбәр итергә кәрәк буласаҡ.

Читайте нас: