Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
17 Февраль 2020, 13:40

Уҙған аҙнала

Бер аҙна эсендә ниндәй хәл-ваҡиғалар булған? Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса эске эштәр бүлегенең дежур-диспетчер хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, уҙған аҙнала районда 92 хәл-ваҡиға булған. Урлыҡ, мутлашыу кеше туҡмау, көсләргә маташыу кеүек осраҡтары бар. Ишбирҙе ауылында берәү рөхсәтһеҙ әсәһенең һыйырын һатҡан.

ЮХХДИ инспекторҙары тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған 199 осраҡ теркәлгән. 5 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Иҫерек килеш руль артына ултырған 7 водитель тотолған, шуларҙың 2-һенә эскән килеш ҡайтанан руль артына ултырғандары өсөн енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Читайте нас: