Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
14 Февраль 2020, 19:22

Кредит түләүгә бәйле проблема тыуһа, “Легаси Групп” ярҙамға килер

Кредит түләүгә бәйле проблема тыуһа, “Легаси Групп” ярҙамға килерКредит һаҙлығына батмаған кеше юҡтыр был донъяла. Тап шуның ярҙамында йорт һалабыҙ, автомобиль һатып алабыҙ, шәхси эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ярҙам юллайбыҙ, хатта туй үткәрәбеҙ. Әммә кредитты нисек түләү тураһында артыҡ ҡайғырмайбыҙ. Ләкин был юҫыҡта ниндәйҙер проблема килеп тыуһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә белмәй баш ватабыҙ. Юристарға йүгерәбеҙ, ярҙам һорап хатта редакцияға мөрәжәғәт итәбеҙ.

Баймаҡта эшләп килеүсе “Легаси Групп” тап ошондай проблемалар килеп тыуғанда физик берәмектәргә юридик хеҙмәттәр күрһәтеү менән шөғөлләнеүсе, халыҡтың ихтирамын яулаусы шәхси предприятиеларҙың береһе.Рөстәм Рафаил улы Кәримов етәкләгән был предприятие бына алты йыл инде ошо йүнәлештә уңышлы эшләй. Ошо осор эсендә бөтәһе 500-ҙән ашыу юридик хеҙмәт күрһәтелгән, бер нисә миллион страховка ҡайтарылған, 10 миллион һумдан ашыу түләнмәгән кредит йөкләмәләре ғәмәлдән сығарылған.

Һуңғы осорҙа “Һаҡмар” гәзитенә кредит түләүгә бәйле мөрәжәғәт итеүҙәр күбәйҙе. Уларға яуап биреү өсөн беҙ редакцияға “Легаси Групп” предприятиеһы етәксеһе Р.Р. Кәримовты саҡырҙыҡ.

-Кредит килешеүе төҙөгәндә банк минең ғүмеремде һәм һаулығымды страховкалау хеҙмәтен көсләп таҡты. Кредит килешеүе төҙөлгәс, был хеҙмәттән, йәғни страховканан баш тартырға һәм аҡсаны кире ҡайтарырға буламы?

-Эйе, мөмкин. Беҙгә мөрәжәғәт итегеҙ һәм мотлаҡ ярҙам итәсәкбеҙ.

-Ниндәй сроктарҙа һәм страховканың ниндәй төрөнән баш тартырға мөмкин?

-Автокредит алыусы, кредит юллаусы, яйлап түләү шарты менән тауар алыусыларҙың барыһы ла түләнгән страховканы кире ҡайтара ала. 2018 йылдың 1 ғинуарынан страховканы кире ҡайтарыу ваҡыты билдәләнде – ул 14 көн тәшкил итә. Йәғни, кредит килешеүе төҙөлгәндең тәүге 14 көнөндә кредит алыусы тотолған страховканы кире ҡайтарыу өсөн ғариза менән мөрәжәғәт итә ала.

-Страховканы кем ҡайтарырға тейеш: банкмы әллә страховка компанияһымы?

-Дөйөм ҡағиҙәләр буйынса, уны страховка компанияһы ҡайтарырға тейеш. Әммә шул уҡ ваҡытта кредит килешеүе сиктәрендә ике төр страховка бар: индивидуаль (шәхси) һәм коллектив. Тап страховканың төрөнә ҡарап страховка премияһын кемдең ҡайтарасағы бәйле.

-Страховканан баш тартҡан ваҡытта банк кредит буйынса процент ставкаһын күтәрә аламы?

-Әгәр ҙә был хаҡта кредит килешеүендә яҙылған икән, банк процент ставкаһын күтәрә ала. Әммә беҙ был тәңгәлдә үҙебеҙҙең практиканы эшләп сығарҙыҡ – уға ярашлы, банктың процент ставкаһын күтәреү өсөн хоҡуҡи нигеҙҙәре булмаясаҡ.

-Кредит килешеүе төҙөлгәндән алып 14 көн үтеп китһә лә, страховканы кире ҡайтарып буламы?

-Әгәр ҙә коллектив страховка килешеүе төҙөлһә, кредит алдан түләп бөтөлһә йәки уны икенсе банк ҡаплаһа (рефинанслаһа), страховканың тотонолмаған өлөшөн кире ҡайтарып ҡарарға мөмкин. Ә инде шәхси страховка килешеүе төҙөлгәндә килеп сыҡмаясаҡ.

-Страховка килешеүе буйынса минең ирем үлем, ғәриплек һәм эшен юғалтыу осраҡтарынан страховкаланған ине. Оҙаҡ ауырығандан һуң ул мәрхүм булды. Тейешле ғариза һәм үлеү тураһында таныҡлыҡ менән мин страховка компанияһына һәм банкка мөрәжәғәт иттем. Әммә улар яҙма рәүештә минең үтенесте кире ҡаҡты, йәнәһе, ирем страховка килешеүе төҙөгән ваҡытта уҡ ауырыған булған һәм был хаҡта хәбәр итмәгән.

-Кредит килешеүе төҙөгәндә кредит юллаусы үҙенең ауырыуҙары тураһында әйтергә бурыслы түгел. Киреһенсә, РФ Гражданлыҡ кодексына ярашлы, страховка компанияһы йәки банк страховкаланыусы кешенең һаулығы тураһында белешмә алыуға хоҡуҡлы. Атап үтелгән осраҡта инде һеҙгә судҡа мөрәжәғәт итергә һәм страховканы суд аша ҡайтарырға кәрәк. Шуныһы мөһим: страховка компанияһына яҙма рәүештә һәм страховка килешеүендә билдәләнгән ваҡытта мөрәжәғәт итеү мотлаҡ.

-Ирем себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләй. Бер нисә кредитыбыҙ бар. Ул эшләгән ойошма тарҡалды, хеҙмәткәрҙәренең ҡыҫҡартыуға эләкте. Ирем хәҙер эшһеҙ, шул сәбәпле беҙ кредиттарҙы түләй алмайбыҙ, пенсия йәшәүгә саҡ етә. Банктар шылтыратып, кредит түләүҙе талап итә, коллекторҙар суд менән янай, хатта берҙән-бер торлағыбыҙҙы тартып алыу менән ҡурҡыта. Беҙгә нимә эшләргә?..

-2015 йылдың 1 октябренән “Физик берәмектәрҙең банкротлығы тураһында”ғы Закон ғәмәлгә инде. Кредитын 3 айҙан ашыу түләй алмаған һәм дөйөм бурысы кәмендә 500 мең һум булған осраҡта, кредит алыусы “банкрот” тип таныла. Ҡарарҙы ғариза биргән мәлдән ике ай үткәс, арбитраж суды сығара. Был ҡарарҙан һуң бурыстар ғәмәлдән сығарыла, коллекторҙар һәм банктарҙың шылтыратыуҙары туҡтала. Артабан эшкә финанс идарасыһы ҡушыла, ул бурыслының мөлкәтен бүлә. Финанс идарасыһының эш ваҡыты 4 айҙан 1 йылға тиклем һуҙылыуы ихтимал. Берҙән-бер торлаҡ тартып алынмай.

-Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу маҡсатында ирем исеменә банктан кредит алғайныҡ. Көтмәгәндә иптәшем ауырыуҙан мәрхүм булып ҡалды. Хәҙер инде был кредитты түләүҙе банк минән талап итә. Ул хаҡлымы?

-Рәсәй Федерацияһы закондары ҡайһы бер осраҡтарҙа түләүҙән ҡотолорға мөмкинлек бирә. Һеҙҙең осраҡта ла ниндәйҙер ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин. Әлбиттә, уны суд хәл итә, әммә проблеманы тәүҙә беҙ ентекләп өйрәнергә, унан сығыу юлдарын эҙләргә тейешбеҙ.

-Һеҙҙең офис ҡайҙа урынлашҡан?

-Беҙҙең офис Баймаҡ ҡалаһының Һалым инспекцияһы бинаһында урынлашҡан. Адресы: Салауат Юлаев проспекты, 9-сы йорт, 312-се офис (3-сө ҡат). Телефондар: 8965-925-56-77, 8905-003-67-89. Беҙ һеҙгә ярҙам итергә һәр саҡ әҙер!

Азамат Мөхәмәтшин әҙерләне.

Читайте нас: