-11 °С
Болотло
Был административ штраф күп ҡатлы йорттарҙың подъездары алдында, шулай уҡ сүп-сар түгеү контейнерҙары эргәһендә машинаһын ҡалдырыусыларға янай. Ошо көндәрҙә административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы Кодексҡа төҙәтмәләр индерелде. Шуға ярашлы күп ҡатлы йорттарҙың подъездары алдында, шулай уҡ сүп-сар түгеү контейнерҙары эргәһендә машинаһын ҡалдырыусы физик берәмектәр 1-2 мең һум, вазифалы кешеләргә – 5-10 мең һум, ә юридик берәмектәргә 20-30 мең һум штраф һалынасаҡ.
Законды белмәү – яуаплылыҡтан ҡотҡармай. Бынан ары машиналарығыҙҙы тейешле урындарҙа ғына ҡалдырып йөрөгөҙ.