Район хакимиәте ҡарамағында эшләп килгән наркоманияға ҡаршы көрәш комиссияһының сираттағы ултырышында ошо һорауға яуап эҙләнде. Уны район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары, комиссия рәйесе Гөлшат Сирғәлина алып барҙы. Ултырышта хоҡуҡ һаҡлау, белем биреү, һаулыҡ һаҡлау, шулай уҡ ошо өлкәлә эшмәкәрлек алып барған учреждение вәкилдәре ҡатнашты.
Ҡала һәм район мәктәптәре уҡыусылары һәм йәштәре араһында наркоманияны иҫкәртеү, улар менән профилактик эштәр алып барыу – ултырышта көнүҙәк мәсьәлә булып торҙо. Йәштәр эштәре буйынса һәм спорт секторы мөдире Вадим Ғәбитов балалар һәм йәштәр өсөн ойошторолған төрлө спорт ярыштары тураһында мәғлүмәт бирҙе. Мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Зәйнуллин мәктәп уҡыусыларының наркотик һәм психотроп матдәларҙе ҡуланыуға бәйлелектәрен билдәләү өсөн уҙғарған тест һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Уның әйтеүенсә, бәхеткә күрә ундай осраҡтар асыҡланмаған.
Ултырышта шулай уҡ белем биреү учреждениеларында, шулай уҡ халыҡ араһында был афәтҡә ҡаршы профилактик саралар уҙғарыу, сәләмәт тормошто пропагандалау эштәрен йәнләндереү кәрәклеге әйтелде. Балаларҙы тәрбиәләү буйынса төп бурыс ғаиләгә ҡайтып ҡала. Шунлыҡтан улар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуапты урамдан түгел, ә өйҙә табырға тейеш. Ата-әсәләргә был тәңгәлдә балалары менән нығыраҡ эшләргә кәңәш ителә.
Ултырыш һуңында Гөлшат Камил ҡыҙы быйыл башҡарыласаҡ эштәр планы менән таныштырҙы.