Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
3 Февраль 2020, 17:40

Бер аҙнала 12 юл-транспорт ваҡиғаһы!

Эске эштәр бүлегенең дежур-диспетчер хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, уҙған аҙнала районда 112 хәл-ваҡиғаһы булған, шуның 10-ы криминаль характерға эйә.#национальныепроекты

Эске эштәр бүлегенең дежур-диспетчер хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, уҙған аҙнала районда 112 хәл-ваҡиға булған, шуның 10 криминаль характерға эйә. Урлыҡ (5), кеше туҡмау (2), мал юғалыу (2), мутлашыу (1), үлтереү менән янау (1) осраҡтар теркәлгән. Бер кеше үҙ-үҙен юҡ итергә маташҡанда ҡотҡарып ҡалғандар. Бер аҙнала 8 енәйәт эше ҡуҙғатылған. Рөхсәтһеҙ алкоголь һатҡан 2 кеше тотолған.

ЮХХДИ инспекторҙары тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған 116 осраҡ теркәлгән. 12 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Иҫерек килеш руль артына ултырған 8 водитель тотолған.




Читайте нас: